Күрәһең, бында һүҙ һаҡал-мыйыҡ хаҡында ғына ла бармайҙыр. Әйтемдең мәғәнәһе тәрәндәрәктер.Әйтәйек, табында атайым түргә менеп ултырғас ҡына мин өҫтәл артына ултыра алам, йәки атайым ризыҡты тәмләп ҡарағас ҡына мин дә ризыҡҡа үрелә алам. Был йола табынға ғына түгел, күрәһең, йәшәйештең һәр өлкәһенә лә ҡағылалыр. Күрәһең, һаҡал, мыйыҡ һүҙҙәре бында шул кинәйәне аңлатыусы образдар ғыналыр. Башҡаса аңлата алмайым. Кемдә ниндәй фекерҙәр булыр, дуҫтар?