Бөтә яңылыҡтар

ОЛО — ОЛОҒАЙҺАҢ ОЛОРҺОҢ ДА...

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек"тәге "Н" ға, "О"-ға, "Ө"-гә башланған һүҙҙәр:Н.НАҘАН — "Ан" самолетын йөрөтөрлөк кенә белемгә эйә булыусы.НАМЫҪ — мыҫҡал менән генә үлсәрлек дәүмәл.НЕОН — ул түгел.НИКАХ — күктә ярала, ерҙә юҡҡа сыға.НИНДӘЙ — нин кеүек.НОВОКАИН — яңы ҡайын.НОЛЬ — 1-ҙе — 10, 10-ды 100 итеүсе һан.НОТАРИУС — "риус" нотаһы.НӨКТӘ — һөйләмгә нуҡта.НУҠТА — иреккә нөктә.

НЫҠЫШМАЛ — мал кеүек ныҡыш.
НЫҠЫШ — ҡыш кеүек ныҡ.
НӘҘЕК — әҙ(бәләкәй) генә ектән үтмәле.
НӘҘЕР — Нәҙирҙең әйтер һүҙе.
НӘФРӘТ — мөхәббәттең башҡа сифатта һаҡланыу сараһы.
НӘШРИӘТ — китап табыу йорто.

О.
ОЗОН — уны һулаған ОҘОН ғүмер йәшәй.
ОЙОҠБАШ — баш аша кейә торған ойоҡ.
ОДЕКОЛОН — Буранбайса — "хуш еҫле араҡы".
ОЛИГАРХ — ала ҡараҡ.
ОЛИМПИАДА — ауылса — ауылпиада.
ОЛО — олоғайһаң олорһоң да.
ОЛТАН (ОЛТОРАҠ) — сит илдәге солтанлыҡҡа алыштырып алынған әйбер.
ОНДАТРА — унда ултыра.
ОРАТОР — ҡысҡырып һөйләүсе.
ОСҺОҘ — ҡиммәтлеһе — осло.
ОҪҠОН — ашаһаң, күҙҙән осҡон сәсрәй торған йыуа.
ОФОҠ — Өфө өҫтөндәге һауа.
ОЯТ — сит ОЯға ЯТ кеше инеп ЯТһа, оят була инде.

Ө.
Ө — борон-борон заманда башҡорттар О хәрефе аша һалғандар, ти баҫма.
ӨЗЛӘҮ — тамаҡ төбө, аңҡау, күкрәк ярҙамында Ө өнөн әйтергә тырышыу.
ӨЙ — барлыҡ байлығыңды өйәһең инде.
ӨЙРӘ — ҡыҫыр (итһеҙ) аш.
ӨЙӘҢКЕ — төбөндә кейәңке.
ӨСӨН — өсөнки.
ӨС — икенең өҫтөндә, дүрттең аҫтында.
ӨҪТӨНЛӨК — киреһе — аҫтынлыҡ.
ӨТӨР — өлгөрөрһөң, көтөп тор.
10.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
414-се күҙәтеү.
Читайте нас: