Бөтә яңылыҡтар

БЫ НИ НӘМӘ?

Өләсәйем быны күрһә, "Бы ни нәмә?" тип аптырар ҙа, улымдың абруйы хәтәр, уның исемен бар урындарға ла яҙып ҡуялар икән, тип ҡыуаныр ине. Моғайын. Һе, Өфө ҡалаһында минең исемдәге почта бүлексәһе лә бар икән. Унда минең исемем нисек эләгеүенә төрлө фараздар килтерергә генә ҡала:

1) Кемдер шаяртҡандыр.
2) "Өфө" "Әхмәр" исем-атамалары кемдер өсөн бер үк мәғәнәлә йөрөй.
3) Интернеттың "онлайн-тәржемәсеһе" хатаһы.
Кемдәр нисек уйлай?

11.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
415-се күҙәтеү.
Читайте нас: