Бөтә яңылыҡтар

ӘБДЕЛКӘРИМДЕҢ ӨЛӨШӨ

Яңыраҡ бер танышым шатлығы менән уртаҡлашты. Баҡтиһәң, барыһы ла улы тыуыуы һәм уға Әбделкәрим тип исем ҡушыуға бәйле икән. Иң ҙур шатлығы — ғаиләһе оҙаҡ көткән программа буйынса фатир алып, дөйөм ятаҡтан яңы йәшәү урынына күскән. Икенсе ҡыуанысы — үҙе юғары хеҙмәт хаҡлы эшкә урынлашҡан.

Исемдәрҙең кеше яҙмышына, тормошона йоғонтоһо хаҡында күп яҙыла. Был танышым иһә тормошондағы уңыштарын Әбделкәрим исеменең мәғәнәһенә бәйләп шулай дәлилләне: "Кәрим" ғәрәпсәнән "йомарт, киң күңелле" тигәнде аңлата. "Әбдел" "Аллаһтың ҡоло" тип тәржемә ителә. Тимәк улымдың исеме "Йомарт, киң күңелле Аллаһтың ҡоло" тигәнде аңлатҡас, Хоҙай беҙгә улымдың өлөшөн бүләк иткәндер инде..."
Аллаһ үҙенең ҡолдарына йомарт һәм киң күңелле шул...
15.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
416-сы күҙәтеү.
Читайте нас: