Яҙыусы Спартак Илъясов "Сағылдағы олоу" повесында бүре менән эттәрҙән ни рәүешле бүрэт хасил булғанын һүрәтләй. Бик ҡыҙыҡ күренеш: ҡайһы бер тоҡомға ҡараған эттәрҙең барлыҡҡа килеүенең нигеҙендә бүренең әсәлек инстинкты ла ята. Йәғни кешеләр барлыҡ ата бүреләрҙе ҡырып бөтөргәс, әсәй булырға теләгән инә бүре тәбиғәт саҡырыуы буйынса арлан эт менән ҡарығыша.
Бер үк тоҡомдан булғас, бүреләр менән эттәр ҡайһы яғы менән айырыла һуң? Бүре — тәбиғәткә тоғролоҡтор, эттәр иһә үҙ асылына тоғролоғон һаҡлай алмайынса, тамаҡ хаҡына кешеләргә барып ҡойроҡ болғарға мәжбүр булыусы кисәге бүреләрҙер. Тағы ла бүренән эт барлыҡҡа килһә лә, эттәр бүрегә әүерелә алмайҙыр тим. Бының өсөн уларға "комфорт зона" нан ситкә сығырға тура килер ине. Тимәк, эт — ул комфорт зона эсендәге бүре. Бүреләр эттәрҙән айырмалы рәүештә ашаған итен көсөктәренә ҡоҫоп ашата, эттәр иһә үҙ тамағын ғына ҡайғырта.
Н.Михалковтың бүреләр хаҡындағы фекере шундай уйҙарға алып килде. Бәлки дөрөҫ тә фекер йөрөтмәйемдер: бүреләрҙең үҙ асылын һаҡлап ҡалыуға ҡоролған инстинкт көсө кешеләр, шулай уҡ милләттәр тормошонда рух тип атала. Тимәк үҙ асылын һаҡлап ҡала алмаған халыҡтар бүренән эткә әүерелә.