Бөтә яңылыҡтар

ШИҒЫРҘАРЫНАН ЙЫР ИШЕТЕЛӘ...

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында шағирә, Башҡортостан, Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы Фирүзә Абдуллинаның ғүмер байрамы — 60 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Ысын мәғәнәһендәге шиғыр, йыр, күңел, йөрәк, зиһен, дуҫлыҡ, ихласлыҡ, туғанлыҡ, мөхәббәт байрамы булды.70-се йылдарҙың уртаһында Баймаҡ районының Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә бергә уҡыныҡ уның менән. Мәктәбебеҙҙең йөҙөк ҡашы ине Фирүзә. Шул ваҡытта уҡ шиғырҙар яҙа, яҙғандары район гәзитендә баҫыла торғайны. Стәрлетамаҡ пединститутында уҡығандан һуң төрлө райондарҙа уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, балалар үҫтерҙе, хәҙер үҙе өләсәй, ҡартәсәй булды. Шунан һуң ғына ныҡлап ижад донъяһына сумды.

Мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәктә билдәле шағирә булырына беҙҙе ышандырып өлгөргән Фирүзәнең шулай оҙаҡ ваҡытҡа юғалып тороуының төрлө сәбәптәре лә булғандыр. Әммә уның менән бер үк йылғаларҙың һыуын эсеп үҫкән, бер үк һауаларҙы һулаған, бер үк ҡоштарҙы тыңлаған кеше булараҡ (атаһы Дәүләтша олатай сығышы менән беҙҙең ауылдан), бер лөғәтле өләсәй-ҡартәсәйҙәрҙең әкиәт-хикәйәттәрен тыңлап үҫкәс, уның әҙәби яҙмышын "һуңлау" тип ҡабул итмәйем. Беҙҙе ололар "бүтәгәнән дә түбән бул", "үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел" тип әйтеп тәрбиәләне. Күрәһең, Фирүзәгә бындай тәрбиә күберәк һалынғандыр. Ул әле булһын, һаман да үтә лә баҫалҡы, әрһеҙ түгел, шытып сығып бармай, миңә ошолай булһа ла, ярамағанмы, тигән инаныу менән йәшәй, башҡа кеше хаҡына хәстәрҙе беренсе урынға ҡуя. Шиғырҙарындағы "шаҡҡаттыризмдар"ҙан азат ябайлыҡ та, ҡатмарлы метамарфозаларҙан азат халыҡсанлыҡ та шул сифатынан киләлер. "Хәҡиҡәт һәр ваҡыт ябай телмәргә ҡорола" тигән Леонардо да Винчи. Был йәһәттән Фирүзәнең "Әсәйем һабаҡтары" тигән шиғырҙар циклын хәҙер үк уҡыу әсбаптарына индерергә була. "Фирүзә апайҙың шиғырҙарынан йыр ишетелә, уларҙы уҡый башлау менән күңелдә моң ярала, уның күп кенә шиғырҙарына йырҙарым шулай тыуҙы", тине юбилей кисәһендә сығыш яһаусы Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов.
25.02.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
409-сы күҙәтеү.
Читайте нас: