Бөтә яңылыҡтар

БАШҠОРТ БАЙЫҺА, БИСӘ АЛҺЫНМЫ?

"Теге өсәү" "Башҡорт ғаиләһе көнө" уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Мәсьәлә шулай ҡуйылды: башҡорт байыһа, бисә алһынмы? Күп ҡатын алыуҙы, ғөмүмән, аҙғынлыҡҡа ғына бороп аңлау әле булһын һаҡланып килә. "Беҙҙең нәҫел бисә тип йәшәмәне, бисәһеҙ ҙә йәшәмәне" тип әйтә торғайны бер олатай. Тарихыбыҙға боролоп ҡараһаҡ, әгәр ҙә яуҙа һәләк булған ағайҙарҙың ҡатындарына ҡәйнештәре өйләнмәһә, күп ҡатынлылыҡ институты һаҡланмаһа, хәҙерге хәлебеҙ нисек булыр ине икән, күҙ алдына килтереүе ҡыйын.Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ нисбәте менән ир-аттарҙыҡы тап килмәгәнен дә яҡшы беләбеҙ. Ҡыҙҙарыбыҙ сит милләт вәкиленә кейәүгә сығып, икенселәрҙе һан яғынан арттырып йәшәгәнсе, хәлле ир-аттарыбыҙға икенсе, өсөнсө ҡатынға өйләнеү сауаплы ғәмәл һаналыр ине.

Рәйес Түләктең теге шиғыры иҫкә төшә:
Осрашыу
Сит милләт вәкилдәренә тормошҡа сыҡҡан башҡорт һылыуҙарына.
Яҙмыш беҙҙе тағы осраштырҙы,
Яраларым тағы яңырҙы...-
Күпме башҡорт ғәзиз башын
һалған,
Һаҡлайым тип һинең тамырҙы.
Өҙөлөп осҡан шул баштарҙың
һуңғы
Уйы булған беҙҙең турала-
Һине, мине етеш йәшәһен тип,
Сат йәбешкән башҡорт Уралға...
Белмәйһеңме һуң һин? -Әҙме
батша
Башҡорт бөтһөн тиеп
тырышҡан.
Һаман күптәр, беҙ ишәймәһен ,
тип,
Дер ҡалтырап тора ҡурҡыштан.
... Ә һин
Халҡың сиген ашатланың,
Халҡың сиген-сиген илеңдең.
Үҙеңдеке булырыңдан алда,
Милләтебеҙҙеке инең һин.
Һине тотоп бер һыҙырғым килә,
Бер илағым килә үкереп:
Әсәң ҡәбереңә төкөрөү был,
Атаң ҡәбереңә төкөрөү.
Ғәфү итәм тиеп уҡталып та,
Һыйҙыра алмайым һис бер
ҡалыпҡа-
Йөрәк аҫтындағы Салауаттарҙы
Һаттың, һылыу, ят бер халыҡҡа.
1.03.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
410-сы күҙәтеү.
Читайте нас: