Себештәр пәйҙә булғас, шатлығының сиге булмай инәйҙең. Ай үҫәһен көн үҫкән өйрәк себештәре ҡанат нығытып, көндәрҙән бер көндө һауаға күтәрелеп, оса ла китә. "Бүре балаһын бүреккә һалһаң да, урманға ҡарай" шул. Ярай, инәй донъяны күргән кеше. Ҡурҡылдаҡ нимә тип уйланы икән шул саҡта?