Әсәй тураһындағыларға айырым туҡталып үткем килә. "Көнө-төнө әсәй, әнкәй, тип аңҡылдап тик торалар", тигәйне әсәйем ундай йырҙарҙы тыңлап арығанда. Был үҙе 11 балаға әсәй булған кешенең һүҙе. Мин әсәй тураһында йырҙар кәрәкмәй, тимәйем, әммә күп итеп көн һайын, ултырған һайын ашаһаң, иң тәмле ризыҡ та бүктерә бит.
Халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарында инәй, әсәй һүҙҙәре бөтөнләй осрамай тиерлек. Улар бары тик сеңләүҙәрҙә "инәкәйем" формаһында, шулай уҡ "Урал" йырының ХХ быуатта сыҡҡан яңы вариантында ғына осрай:
Уралҡайым, һинең ҡуйының йылы
Әсәкәйем ҡуйыны шикелле...
Был нимә тураһында һөйләй: әсәй башҡорт кешеһе күңеленең шундай изге урыны һаналған: хатта уға һүҙ менән дә, көй менән дә ҡағылырға ярамаған.