1.Яҙма һүгенеүҙе сикләп булыр ҙа ул, тормоштағыһынан нисек ҡотолорға? Бер кешене белә инем. Ул эсеп алһа ауыҙынан эт ашағыһыҙ һүҙҙәр ағыла торғайны. Иҫкәрмә яһаһаң:"Үҙем түгел, телем иҫерек", — тип аҡланыр ине. Һүгенеүен иртәгәһен дә дауам итеп: "Һүгенһәм, эсмәһәм дә баш төҙәлә,— тип көлдөрҙө. Ҡыҫҡаһы, эскелек менән һүгенеү — бер туғандар. Тимәк, эскелекте тамырынан ҡоротмайынса, һүгенеүселәрҙең дә ауыҙын ябыу мөмкин түгелдер.
2.Башҡорт телендәге күп кенә һүгенеү һүҙҙәре урыҫ теленән тәржемә ителгән. Беҙ бала саҡта өлкәндәр һүгенеү һүҙҙәрен ҡулланмайынса ла, тәртип боҙоусыны әрләп, аҡылға ултырта торғайнылар. Был осраҡта ысул маҡсатты аҡлай. Ундай һүҙҙәр: төртөнгөр, ҡоромағыр, ауыҙыңа май, телеңде тилсәр саҡҡыры, кишер сәйнәмә, атаң ҡошап, әсәң ҡошап, ҡатыраҡтары — ер кинәнгер, бүре ерәнгер һ.б.
3. Ауыҙынан эт ашағыһыҙ һүҙҙәр ысҡындырыусыларҙы был алама ғәҙәтенән арындырыу өсөн уны оятлы итеү маҡсатҡа ярашлылыр. Бының өсөн һүгенеүҙе "Тел зинаһы"на тиңләргә лә кәрәктер.