Бөтә яңылыҡтар

ЙЫЛЫ ҺӨЙӘК ҺЫНДЫРАМЫ?

Лаҡаптар күҙ менән ҡаш араһында тыуа икән. Ысын. Бер ай самаһы элек ҡәйнешемдең колледжда уҡыған улы тәрбиәселәренә зарланып ултырҙы. Баҡтиһәң, тәрбиәселәре иртәнсәк уларҙы йоҡонан уятыр өсөн елкәләренә һалҡын һыу ҡоя икән. "Уны бер кем дә яратмай, тағы ла һыу ҡойһа, директорға ошаҡлайбыҙ. Үҙенә лә был хаҡта әйттек", тине егет кеше.Үткән аҙнала уның менән тағы ла осраштыҡ.

--Шунан теге тәрбиәсегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙ нисек? — тип һораным мин унан.
--Яҡшы. Ул аҡылға ултырҙы. Шуға директорға әйтеп торманыҡ, — тип көлдө егет.
--Елкәгеҙгә һыу ҡоймаймы ни хәҙер? — тип һораным тағы ла.
--Ҡоя, тик хәҙер йылы һыу ҡоя...
...Шулай тыуҙы яңы лаҡап. Юҡҡа ғына "Йылы һөйәк һындырмай" тип әйтмәйҙәр шул.
15.02.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
402-се күҙәтеү.
Читайте нас: