Тәүге сәбәп бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай, ә бына икенсеһенә килгәндә Марат ағайға һорауҙар биреп, бәхәсләшеп алғаныбыҙ ҙа хәтерҙә. "Табиптар ошо һөнәргә уҡыған саҡта теге йәки был ауырыуҙың, сирҙең нисек барлыҡҡа килеүен, үҫешен мәйеттәрҙе ярып өйрәнгәс, үҙҙәрендә лә шундай уҡ сирҙәр барлыҡҡа килгәндә уйҙары менән күҙ алдына килтереп, киреһенсә, тиҙ генә үҙҙәрен ҡырҡыу хәлгә еткерә. Был хәл уйҙың, фекерҙең матдиләшеүе тип атала", тигәйне халыҡ табибы.
Марат ағай шулай уҡ ябай кешеләргә үҙҙәренең сире хаҡында артыҡ белергә ынтылыуын да, серәкәй тешләһә лә, юҡ сәбәпте бар итеп табибҡа йүгереп барып анализдар тапшырыуҙы ла өнәп еткермәне.
Әлбиттә, был фекерҙәр бәхәсле, ҡапма-ҡаршылыҡлы, шулай ҙа, диагностикалау үҙәгенә барғандан һуң табибтарҙың ҡиммәтле-ҡиммәтле дарыуҙарға бит-бит рецептар яҙған сағында Марат ағайҙың һүҙҙәре иҫкә төшә барыбер ҙә.