Дөрөҫөн әйткәндә, эсеңдә тыныңды бикләп тотоу менән шешә таҙартыу араһында бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Тәүге осраҡта бикләнеп ҡалған һауа ҙур тиҙлек менән хәрәкәт итеп, организмыңдағы, ҡандағы, үпкәләге, тын юлындағы ҡалдыҡты, зарарлы матдәләрҙе йыуып, ҡырып, һепереп тышҡа сығарып бөркә. Икенсе осраҡ былай ҙа аңлашыла: шешә эсе таҙара. Һуң, һулыш менән тышҡа сыҡҡан бысраҡ шешәнеке һымаҡ күренмәй бит, тип әйтер берәү. Шулай шул, иң мәкерле дошман — күренмәгәне! Дәлиле: кеше организмы дүрт ысул менән таҙарына, нисбәте түбәндәгесә:
1.Тура эсәк аша — 4 процент.
2. Бөйөр аша — 6 процент.
3. Тир аша — 20 процент.
4. Тын юлы аша — 70 процент.
Бына ҡайҙа теге "эт" күмелгән. Тибет монахтары бына ни өсөн һулыш гимнастикаһын һаулыҡты һаҡлауҙың иң мөһим шарты итеп ҡуя. Бер нигә ҡарамай, юҡ, хәҙер үк, дөрөҫ итеп тын алырға өйрәнә башлағыҙ. Иң тәүҙә үҙегеҙгә диагноз ҡуйығыҙ: тәрән итеп тын алығыҙ ҙа, һанағыҙ: әгәр ҙә 25-35 секунд түҙә алһағыҙ, хәлегеҙ бигүк яҡшынан түгел, 40-45 секундҡа түҙһәгеҙ — хәлегеҙ уртаса, 1 минут тын алмай торһағыҙ — хәлегеҙ яҡшы. Тын алыу гимнастикаһы менән шөғөлләнә башлауығыҙ булыр, үпкәгеҙ ҙә ҙурая башлар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: кеше өлкәнәйгән һайын үпкәһе кесерәйә...