ЙӨҘ — йөҙөп йөрөрлөк күплек.
ЙӘЙ — тәбиғәттең йәйелеп киткән мәле.
ЙӨК — еңеле, йәғни киреһе көй була.
ЙӨКЛӘМӘ — ауырға ҡалырға һүҙ биреү.
ЙӨРӘК — туҡтауһыҙ йөрөп тороусы.
ЙҮКӘ — иң йомшаҡ шына.
ЙҮТКЕРЕҮ — төнгө бурҙы иҫкәртеү ысулы.
ЙЫЛ — йылы, элек Яңы йылды яҙ, йылы килгәс ҡаршылағандар.
ЙЫЛҒА — Волга.
ЙЫЛҒЫР — һинең менән бер үк йылда тыуыусы етеҙ кеше.
ЙЫЛЪЯҘМА — 12 айъяҙманан тора.
ЙЫЛЫМЫС — эҫенең үҫмер сағы.
ЙЫР — йөрәкте йыртып сыҡҡан моң.
ЙЫРТҠЫС — бәғзе йәнлектең йәшәү рәүеше, йыртҡыс булмаһа йәшәй алмай.
ЙЫРТЫҠ — йырҙың булмаған нәмәһе.
ЙЫУАН — һимеҙ йыуа.
ЙЫУАШ — сөсө йыуа.
ЙӘЙӘ — ике тапҡыр "йә".
ЙӘЙӘҮЛЕ — транспортҡа ултырғаны — йәйәүһеҙ.
ЙӘКШӘМБЕ — Толстойҙың романы түгел.
ЙӘМӘҒӘТ — ижтимағи башланғыстағы тормош иптәше.
ЙӘНЛЕК — йәндән генә тороусы.
ЙӘННӘТ — ожмахҡа олғашҡан йәндәр ояһы.
ЙӘНӘШ — йәнкәйҙең игеҙе, һыңары.
ЙӘРӘХӘТ — уңалһа, әрәхәт.
ЙӘШЕЛ — йәш шыршы.