ҠАРАЛАМА — аҡҡа төшөрһәң, аҡлама.
ҠАРБУЗ — телдәрендә "ҡ" хәрефе булмағандар арбуз ашай.
ҠАРҒЫШ — кешегә ҡара ҡыш (ҡышын ҡар, йәйен ямғыр яумауын) теләү.
ҠОМҺОҘ — хатта ҡом да һорап алып булмаған кеше.
ҠУНАҠХАНА — ҡунаҡтарға инергә ярамаған урын.
ҠУСТЫ — кесе туған (фарсы), төрки телле халыҡтарҙан беҙҙә генә бар.
ҠУШАМАТ — ҡушып әрләү.
ҠЫҘ — күҙҙе, ҡанды ҡыҙҙырыусы нескә зат.
ҠЫРҠ — ҡырҡылыу, өҙөлөү мәғәнәһен бирә. Ҡырҡ йәштә кеше йәшлеге менән хушлаша, ҡырҡ көндән һуң мәрхүмдең йәне хәтерҙән айырыла, ҡырҡыла тиҙәр.
ҠӘЙНЕШ — әғәйнеш, ҡусты итеп алынған кеше.
ҠӘЙНӘ — әғәйнә (ағай-эне, туған итеп алынған әсәй, ана).
ҠАЙЫНБИКӘ — ағай-эне-апай (бикә) итеп алынған кеше.
ҠАЙЕНЕҢГӘ — ағай-эне-еңгәй.
ҠАЙЫНҺЕҢЛЕ — ағай-эне-һеңле.
Л.
ЛАЙЫҠ - лайк.
ЛАПАҪ — лапы - һыу, лапаҫ — һыуҙың аҫты, ышыҡ урын.
ЛАМБАДА — башҡортса "Ебегән" бейеүе.