КИЛЕМ — килен дә килем.
КИЛЕН — килгән кеше, айырылғаны китен микән?
КИНДЕР — германдар бала-саға кейемен киндерҙән һуҡҡан.
КИСӘ — өлөкөгөндөң иртәгәһе.
КИШЕР — һағыҙ.
КӨҘ — тәбиғәттең көҙрәйгән сағы.
КӨЙӘНТӘ — һоноҡ дуға.
КӨЙӘ — кейемгә төшһә, йән көйә.
КӨНБАҒЫШ — болотло көндә үҙ-үҙенә ҡарарға мәжбүр булған үҫемлек.
КӨНДӘШ — өлөш бүлеүсе.
КӨНКҮРЕШ — төнгө ҡарауылсылар төнкүреүселәр микән?
КУЛЬТУРА — ҡулдан тотоп тура йөрөтөүсе.
КҮБЕРӘК — күплегенә сыҙай алмай күбеп киткән.
КҮКӘЙ — эротик йомортҡа.
КҮПЕР — күп бүрәнәләрҙән һалынған баҫма.
КҮРКӘ — күркәм ҡош.
КҮРҺӘТМӘ — күрһәтмәй генә башҡарыла торған бойороҡ, фарман.
КҮРШЕ — көн һайын күрешә торған кеше.
КҮС — Филүс Ҡасимовтың ғәскәре.
КӘБЕҪТӘ — эстон крәҫтиәндәре Салауат Юлаевты ошо йәшелсә менән һыйлар булған.
КӘКЕРЕ — бөкөрөнөң йәш сағы.
КӘКҮК — үҙенә-үҙе исем ҡушҡан ҡош.