Мин быға тиклем үҙемә ҡарата бигүк яҡшы ҡарашта булмағанмын икән. Ҡайһы ваҡытта шулай ҙа уйлағаным булды: мин осраҡлы ғына Өфөләргә уҡырға килеп, осраҡлы рәүештә генә ижад һуҡмағына баҫып, әҙәбиәт донъяһында ла осраҡлы ғына йөрөйөмдөр ул. Тыуған көнөмдә иһә икенсерәк тә уйҙар башҡа килә: "29 ғинуар ҙа Антон Чехов менән Салауат Әбүзәр тыуған икән, мин дә был донъяға осраҡлы ғына аяҡ баҫмағанмындыр", — тиһәм, был әпәт баймаҡлана тиһегеҙ инде...