Бөтә яңылыҡтар

ИХАТА — ХАТА АЛДЫНДАҒЫ МАЙҘАНСЫҠ...

"Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек" те дауам итеп, "Е", "Ж","З","И" хәрефтәренә башланған һүҙҙәрҙең бер нисәһе:



Е.
ЕГӘРЛЕ — киреһе — егәрһеҙ, тимәк эш атын ғына егәләр.
ЕЙӘН — һинең йәнеңде йөрөтөүсе.
ЕРАЛАШ — Буранбай Исҡужин ҡарарға яратҡан берҙән-бер телепрограмма.
ЕРЕК — серек ағас.
ЕСЕМ — матдилашҡан исем.
ЕҢМЕШ — "Танцор диско" фильмын күрергә теләү.
ЕНТЕКЛЕ — киреһе — ентекһеҙ.

Ж.
ЖАНДАРМ — йәнен бушҡа биреүсе.
ЖЕНЬШЕНЬ — ҡатын-ҡыҙ өсөн файҙалы үлән тамыры, ирҙәрҙеке — мужьшень.
ЖИРАФ — йыраҡ. Алыҫҡа, йыраҡҡа ҡарай алыусы.

З.
ЗАГС — бер-береһен яратыусыларҙы бракҡа сығарыу урыны.
ЗАПАС — ҡәйнеш.
ЗАКОН — ҡон ҡайтарыуҙы алмаштырыусы дәүләт институты (за ҡон).
ЗЫЯЛЫ — зыянлы түгел.
ЗӘЙТҮН — олив.

И.
ИЗГЕЛЕК — әйтмәй эшләнә торған яҡшылыҡ.
ИЛҺАМ — көткәндә килмәүсе.
ИМАН — имән кеүек ныҡлы.
ИМЗА — "Мин - риза!" тигәнде аңлатҡан ҡултамға.
ИҢБАШ — иң аҡыллы баш.
ИҢКЕШ — динозавр бал ҡорто.
ИПОТЕКА — никахты теркәү ҡағыҙына ҡарағанда кешегә нығыраҡ тәьҫир итеүсе сара, ауыҙҙы ла яба.
ИПТӘШ — бер иш тауар (товарищ).
ИРТӘ — урто, әй, яңылыш әйттем - утро!
ИСЕМ — есемдең ҡуҙыһы, ҡабығы.
ИСМАҺАМ — ҡайнымдың лөғәтендә — исмағанда. "Исмаһам, тиһәм үс ҡанмай," ти ул.
ИҪКЕ — моҫҡо.
ИТӘК — ең ямау тауары.
ИХАТА — хата алдындағы майҙансыҡ.
ИНАУГУРАЦИЯ — инәү һалыу тантанаһы.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
393-сө күҙәтеү
Читайте нас: