Бөтә яңылыҡтар

"ТЫЖ-ТЫЖ КӨН"

Ысынлап та, бөгөн шундай көн. Ни өсөн икәнен аңлатып үтәм. Үткән меңйыллыҡтың (беҙҙең эраға тиклем була инде), үткән быуаттың,1950 йылдың 19 ғинуарында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында бер ир бала тыуған. Ул шул тиклем матур, аҡыллы, сабыр булған (хатта иламаған да), уның тыуыуына ҡыуанып, шатлыҡтары эстәренә һыймай барлыҡ кешеләр йылғаларҙа мәке уйып һыуға сума башлағандар. Уларҙың тән температураһынан йылғалағы һыуҙар "тыж-тыж" итеп ҡалған.

Малай ай үҫерен көн, йыл үҫерен ай үҫеп, тулған айҙай ир ҡорона тулышҡан. Тырышып уҡыған ул, 12 йылда һигеҙ класс тамамлаған, шул арала тауыҡ фермаһында осеменатор булып та эшләп өлгөргән, ауылдар, урман-тауҙар ҡыҙырырға яратҡан, девизы: "Һаулығым — шәптән, үҙем — һәптән..." Ҡайҙа ғына эшләмәгән ул, тракторға ултырып
ер һөргән, комбайн менән иген урған, балта оҫтаһы булараҡ, шабашкаһында ла йөрөгән, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарында ул һалған йорттарҙы бергә ҡушһаң, урта мәктәбе булған бер ауыл хасил булыр ине.
Ҡайҙа ғына кем генә булып эшләмәһен, ғәмәлдәр башҡарыуға сарсауы ҡанмағас, ҡулына ҡәләм алып яҙыша башлаған ул. Шул саҡта ғына ул ғүмеренең, үҙенә тәғәйен эш башҡармай, бушҡа үтеп барыуын аңлап ҡалған. Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә уның бер китабы ла сыҡты. "Ағиҙел" журналының яҡын дуҫы, баҫмабыҙҙың сираттағы һаны сығыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алып, уны үҙ ауылында альтернатив юл менән таратыр өсөн Баймаҡ ҡалаһында беҙҙе һәр ваҡыт ҡаршылыған да ул.
Ә инде "Тыж-тыж көн" гә килгәндә, уның төртмә теле сарфыуына эләккән кешеләр ҡапыл һалҡын һыуға сумғандай һиҫкәнеп, "тыж-тыж" итеп ҡала...
Ҡыҫҡаһы, тыуған көнөң менән, Әкрәм Ҡәйепҡол сәсән!

19.01.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
392-се күҙәтеү
Читайте нас: