Д.
ДАЛА — ер пеләше
ДАРЫУХАНА — дарыуы бөткән аптека
ДАУАМ — дауа ярҙамында дауам иткән ғүмер
ДАУАХАНА — дауаһы бөткән больница
ДЕБЕТ — бухгалтер иҫәбенең һул яғы. Латынса дебет "ул бурыслы" тигәнде аңлата. Шуға күрә микән элек олатай-өләсәйҙәр үҙ бурысын, һалымын кәзә дебетен һатып түләгән
ДЕГЕТ — бал тәмләткес
ДЕГӘНӘК — кеше, мал ярҙамында үҙ дәүләтен төҙөгән үҫемлек
ДОНЪЯ — самаһыҙ күп, сикһеҙ
ДОШМАН —дуҫ кеше (дуҫман) түгел
ДӨЙӘҒОШ — оса алмағаны өсөн атамаһына "дөйә"не ҡушып алған страус
ДӨРПӨЛДӘК — дөрп-дөрп мотоцикл
ДУҢҒЫҘ — сусҡалар бысратҡан диңгеҙ
ДЫМ — еүеш төтөн
ДӘРЕС — тәнәфестәр араһында ял итә торған сара
ДӘҮЕР — ҙур ер
ДӘҮМӘЛ — ҙур миҙгел
ДӘРӘЖӘ — ҡәҙерләп (дорожить) йәки юғалтыуҙан ҡурҡып ҡалтырап (дрожа) һаҡлай торған нәмә
Ҙ.
ҘУР — был хәрефкә башланған берҙән-бер һүҙ булғас, ысынлап та, ҙурҙыр инде