Әммә ағай шундай урында эшләй, уға көн һайын эшкә барырға, төрлө кимәлдәге етәкселәр, белгестәр менән осрашып, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Өҫтәүенә, ағайҙың аралашҡан даирә кешеләре уның үҙе һымаҡ спортсыләр, йәғни ҡыпһыуыр ҡуллы өфәндәй бәһлеүәндәр. Етмәһә, дуҫым шул тиклем алсаҡ, асыҡ, кеше йәнле инсан. "Һәр кемгә, ипләп, минең бармаҡ сыҡҡан, тип әйтә алмайым бит инде. Сыҡҡан бармаҡты ҡыҫыуҙары була, күҙемә уттар күренә торғайны, тип иҫләй ағай ул "утлы" көндәрен.
Шулай итеп, пандемия башланғас, 66 йәшлек дуҫым коллективында тәүгеләрҙән булып дистанцион эшкә күскән. Шул рәүешле сыҡҡан сәтәкәйен урынына ултыртҡан. Хәҙер рәхәтләнеп эшкә йөрөй.