Бөтә яңылыҡтар

ҺУҘЫ-Ы-Ы-П--МУҘЫ-Ы-Ы-ЫП ЙӘШӘ...

Ҡайным Иштанов Юныс башына килгән уй-ниәтте шундуҡ тормошҡа ашырып, уңышҡа өлгәшә. Беҙ, күп осраҡта: "Был эш килеп сығырмы, дөрөҫ булырмы, бушҡа ыҙаланыу булмаҫмы? һ.б.", — тигән һымағыраҡ икеләнеүҙәр менән башты ҡатырып, яҡшы ғына идеяны, уй-ниәтте үҙебеҙҙә үк үлтереп ҡуябыҙ. Ә уның бындай икеләнеүҙәргә ваҡыты юҡ, образлы итеп әйткәндә, иң тәүҙә һөҙә лә, шунан мөгөҙөнә нимә эләккәнен ҡарай.Атайым мәрхүм дә шундай кеше ине.

Беҙ бала саҡта атайым башына уй килде лә, тотто ла, ҡул аҫтындағы деталдәр менән аэросана яһаны ла йөрөнө, хатта чертежын да һыҙып торманы. Ҡайным иһә, республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан тотто ла, Йәнтеш ауылы янындағы Тәкәл тауына бөйөк ҡурайыбыҙға һәйкәл яһап ултыртты. Мин хатта шулай тип тә уйлап ҡуйғаным бар: улар хатта уйҙарынан да тиҙерәк ғәмәл башҡаралар һымаҡ.
Былтыр бер ҡыҙыҡ хәл булды. Бер дуҫым миңә ылыҫтан кеүәҫ яһау рецебын өйрәткәйне. Ауылға ҡайтып сәй эсеп ултырғанда ун минут самаһында ҡайныма бәйнә-бәйнә тәфсирләп, был кеүәҫте нисек итеп яһарға кәрәклекте аңлаттым. Ул тыңлап бөттө лә: "Һуң, кейәү, нишләп уны улай оҙаҡ, һуҙып-муҙып тороп ыҙалап эшләргә: балға артышты тығаһың да ҡуяһың..." — тип һынды ҡатырҙы.
Ҡайным йәш сағында урмандан тере бүре лә тотоп алып ҡайтҡан, үҙе әйткәнсә, бүрене үлтереп, "һуҙып-муҙып" тормаған. Урманға барғанда ла, һуҙып-муҙып тормай, ауыл янындағы иң текә тауҙан тураға трактор менән төшкән. Әлеге ваҡытта ағастан һырлап көбө-күнәсектәр, тәрилкә-ижауҙар яһай, дарыу үләндәре йыя, миндек бәйләй, ҡыҫҡаһы, ғүмеренең бер генә минутын да бушҡа уҙғармай.
Бөгөн ҡайнымдың тыуған көнө. Уны байрамы менән ҡотлап, шулай тип әйткем килә: ҡайным, әле һинең иң дәртле сағың, һуҙып-муҙып эшләргә яратмаһаң да, оҙон-оҙаҡ йылдар буйы һуҙы-ы-ы-ы-п--муҙы-ы-ы-ы-п йәшә!
12.01.2021
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
389-сы күҙәтеү
Читайте нас: