БАРЫБЕР
Оҙон коридорҙан атлап киләм,
Бик оҙон ул, оҙон коридор.
Нимә көтә уның аҙағында?–
Минең өсөн инде барыбер.
Һөйгөм килде, бик һөйөлгөм килде –
Яҙҙар үтте кеүек аралап.
Аллаға ла күпме ялбарҙым мин –
Табылманы изге дауалар.
Һуңланыммы? Әллә иртә тыуҙым –
Бушҡа уҙа төҫлө ғүмерем.
Мин, ахыры, ерҙән киткәстен дә
Үҙ-үҙемде эҙләп йөрөрмөн.
...Оҙон коридорҙан атлап киләм,
Бик оҙон ул, оҙон коридор.
Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр –
Тик ул инде миңә барыбер.
КИСӘ МЕНӘН БӨГӨН АРАҺЫ
Үкенестәр томаланып ҡалды
Ҡыҙыу үткән йылдар араһында.
Кире ҡайтыу мәңге мөмкин түгел,
Артҡа күпме боролоп ҡараһаң да.
Ҡыуаныстар, ҡомда алтын төҫлө,
Төҫһөҙләнде ҡайғы араһында.
Хыял-өмөттәрҙән нимә ҡалһын,
Яҙмыш гелән тырнап тараһын да.
Бәргеләнәм, диңгеҙ һыуҙарылай,
Кисә менән бөгөн араһында.
Алдағы көн, әйҙәп, ҡулын болғай —
Ынтылыш юҡ. Килмәй бараһым да.