Бөтә яңылыҡтар

ӘЛЕ ЙӘШӘМӘНЕМ ЕРҘӘ...

Яңы йылға аяҡ баҫҡанда, теләһәң-теләмәһәң дә, ғүмер, йәшәү хаҡында уйланаһың икән ул. Беҙ бәләкәй саҡта илле йәште үткән олатайҙар йәшәрен йәшәгән аҡһаҡал ҡарт булып һанала инеләр. Әллә уларҙың бала, үҫмер, йәш сағын инҡилап, граждандар, Бөйөк Ватан һуғыштары урлағанғамы, аслыҡ-яланғаслыҡ, шәхес культы имгәткәнгәме, бик һирәктәре алтмышҡа баҫҡанда таяҡҡа таянғайнылар.

Улар менән үҙебеҙҙең быуындарҙы сағыштырып ҡарайһың да, ер менән күк араһындай айырманы тояһың. Улай тиер инең, күп кенә сығанаҡтар ир-аттарҙың пенсия йәшенә етмәй донъя ҡуйыуы хаҡында хәбәр итә. Шул уҡ ваҡытта хәҙер алтмышта ла үҙеңде йәш тояһың әле ул. Күрәһең, кеше тәбиғәте шулай ҡоролғандыр. Беҙ бала саҡта илле-алтмыш йәшлек олатайҙар ҙа үҙҙәрен шулай йәш тойғандыр тием.Кеше үҙе ҡартайһа ла, уның йәне, күңеле йәш ҡалалыр ул. Ошо хаҡта уйлауым була, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың "Тубырсыҡтар" циклынан ошо дүрт юллыҡ тел осона килә:
Әле йәшәмәнем ерҙә,
Көлдөм, уйнаным ғына.
Иртән йәшәй башлармын тип
Бары уйланым ғына.
10.01.2021

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
387-се күҙәтеү
Читайте нас: