Өфө, Мәскәү күҙлегенән сығып ҡарағанда, улар, ысынлап та, Урал аръяғында йәшәйҙәр шигетте.Әммә ҡояш ҡалҡҡан көнсығыштан, ҡибла яҡлап ҡараһаң, бер ҙә улай түгел һымаҡ. Кисә, йәғни 8 ғинуарҙа Хәйбулла районының Ырымбур далаларына туғарылған ергә ҡарағанда бөгөн Өфөлә 40 минутҡа һуңлап яҡтырҙы. Көндәр болотло тороу сәбәпле ҡояшты тегендә лә, бында ла күрмәнем, әммә аръяҡ менән бирьяҡты ғына айырырлыҡ ине.