Бөтә яңылыҡтар

ВЕТВРАЧ ҮҘЕНӘН КӨЛДӨРМӘЙ

Ветеринария табиптары хаҡында байтаҡ ҡына лаҡап-көләмәстәр ишеткәнем бар. Уларҙа һәр ваҡыт был һөнәр кешеләренең отҡорлоғо, шаянлығы сағылыш таба. Бер ауылда, мәҫәлән, яҙлы-көҙлө тәкә, үгеҙ бескән саҡта ветврачтар: "Эсмәһәм — бесмәйем, бесмәһәм — эсмәйем",— тиҙәр икән. Ә бына бөгөн ишеткән көләмәс тағы ла ҡыҙығыраҡ һымаҡ.

Мәжлес барған йортҡа ветеринария табибы килеп ингәс, медицина табибы унан көлмәксе булып:
—Бына хайуандар врачы ла килде,—тигән.
—Килдем шул, ҡана, күрһәт, ҡайһы ерең ауырта?— тигән ветеринария табибы һис тә аптырап ҡалмайса.
6.01.2021
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 384-се күҙәтеү
Читайте нас: