Ағиҙел
0 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
14 Апрель 2021, 12:23
ОЛО САБЫРЛЫҠ
Яңы йылдың тәүге көндәрендә алмағас ботағына тағараҡ яһап элеп, унда мул ғына итеп ем һалдым. Биш көнлөк күҙәтеүемдән шундай һығымта: ҡоштар ем табыу мөмкин булмаған ошондай һалҡында ла үҙҙәре өсөн ожмах һыйы булып тойолор ризыҡҡа ябырылманы.
Бик һаҡ ҡыланалар,
бер
еһе тағараҡ эсенә һикереп төшөп, ем бөртөгө эләктерә һалып, шул секунд эсен
дә
кире осоп сыға һала. Башҡалары был саҡта һаҡта тора. Әллә "Бушлай сыр тәпелә генә була" тигән әйтемде беләләрме улар? Әллә беҙгә, кешеләргә ышанысы бөткәнме уларҙың? Ни генә булмаһын, уларҙын ни өсөн ризыҡҡа ташланмауы аңлашылып бөтмәй миңә. Әллә тием оло сабырлыҡҡа эйәме улар?
5.01.2021
"
Мең
дә
бер
күҙәтеүем
" яҙмаларынан 383-сө күҙәтеү
Күберәк күҙәтеүҙәрҙе беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ:
"Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас:
Новости партнеров
Электрон тәмәке тартыусылар иғтибарына!
Башкирская шаль стала официальным брендом Зианчуринского района Башкирии
Дүртөйле районы башлыгы МХО яугирләреннән сәлам җиткерде