Мөғжизә үҙенән-үҙе тыуамы?

Яңы йылды ҡаршылағанда беҙ ҡупшы шыршынан, Ҡыш бабайҙан, Ҡарһылыуҙан, яңы йыл башланыуын белдереп һуҡҡан сәғәт телдәренән үҙебеҙ ҙә аңлап бөтмәгән мөғжизә көтәбеҙ. Йәнәһе, хәҙер-хәҙер ул мәл килер ҙә, йәнәһе, бәхет миҙгеле башланыр...

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөҙөмтәлә яңы тип көткән йылыбыҙҙың тәүге таңын күңел болоҡһоуы менән ҡаршылайбыҙ. Шундай ҙа моңһоу таң булыр икән дә! Былар барыһы ла мөғжизә үҙенән-үҙе килер, тип алданыуҙан киләлер, моғайын да, сәбәп ҡылмауҙан, йөрәгеңде таҙартмауҙан, рухыңды балҡытмауҙан...
3.01.2021

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 382-се күҙәтеү.
Читайте нас