Бөтә яңылыҡтар

"Аҡыллы" маймыл

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе Александр атлы танышым һөйләне был ҡыҙыҡлы тәжрибә хаҡында. Шимпанзеның алдына фотолар һалғандар. Улар араһында бер нисә кешенең, төрлө йәнлектәрҙең, шулай уҡ бер нисә маймылдың, шулай уҡ шимпанзеның үҙенең фоторәсемдәре булған. Маймылға шундай бурыс ҡуйылған:

ул фотоларҙы төрҙәре буйынса төркөмдәргә бүлеп һалып сығырға тейеш булған. Бер урында ла яңылышмаған маймыл, бары тик үҙенең фотоһын ғына кешеләр рәсемдәре араһына һалып ҡуйған. Был хәлгә ниндәйҙер аңлатма биреп буламы икән?
28.12.2020
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
381-се күҙәтеү.
Күберәк күҙәтеүҙәрҙе беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: