Бөтә яңылыҡтар

Мал һымаҡ...

Ҡыҙыҡ ҡына бер күҙәтеү. Эт менән бесәйҙең алдына ашарға һалһаң, улар иң тәүҙә ризыҡты еҫкәп ҡарай ҙа, шунан һуң ғына ашарға тотона. Составында химик ҡатнашмалар булғанына хатта тел дә тейгеҙмәй. Ә әҙәм балаһы иһә... әйтһәң дә оят! Тик бер осраҡта ғына ризыҡты еҫкәп ҡарай:

араҡы эскәндән һуң икмәкте генә... Әллә тием, беҙ араҡы эскәндә генә хайуандарға һәм йәнлектәргә тиңләшәбеҙме икән? Ҡот осҡос бит! "Мал һымаҡ эскән" тигән һүҙбәйләнеш шунан киләме?
16.12.2020
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 380-се күҙәтеү
Күберәк күҙәтеүҙәрҙе беҙҙең төркөмдә таба алаһығыҙ: "Ағиҙел" журналы | журнал "Агидель"
Читайте нас: