Бөтә яңылыҡтар

Эйәр ни өсөн эйәр?

Һуңғы ваҡытта телебеҙҙәге күп кенә һүҙҙәрҙең ни өсөн шулай аталыуы хаҡында йышыраҡ уйлана башланым. Шундай һүҙҙәрҙең береһе — эйәр. Атҡа эйәреп йөрөгәне өсөн шулай аталғанмы, әллә аттың эйәһе (хужаһы) ултырып йөрөгән өсөнмө?Эйәр хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер юлы уның айырым өлөштәре хаҡында ла әйтеп китергә булдым. Улар һәр төбәктә төрлөсә аталырға мөмкин, беҙҙең ауылда, мәҫәлән, түбәндәгесә:

Ҡаптал — эйәрҙең ағастан яһалған һөлдәһе.
Ҡаш, ҡашаға, ҡанъяға — ҡапталдың алғы һәм артҡы ҡалҡыу өлөштәре.
Айыл — эйәрҙе ат бауыры аша тартып нығыта торған ҡайыштар.
Үндек — ҡапталдың аҫтында торған күн япма.
Серге — үндек аҫтына һалына торған кейеҙ япма.
Яҫтыҡ — һыбайлы ултырып йөрөр өсөн ҡапталдың өҫтөнә һалына.
Урта тартма — ике айылдың уртаһынан ат бауыры аша яҫтыҡты нығытыусы ҡайыш.
Алтартма — эйәр артҡа шылмаһын өсөн аттың түше аша өс ҡайыш менән тарттырыу яйланмаһы. Ике ҡайыш ике яҡтан ҡапталға, өсөнсөһө аттың ике ҡулы аша алғы айылға нығытыла.
Ҡойошҡан — эйәр алға шылмаһын өсөн ҡойроҡ аҫты аша тарттырылған яйланма.
Ҡум йәки күмелдерек — һыбайлының аяғы айылға ышҡылмаһын өсөн ике яҡтан ҡапталға нығытылған күн киҫәктәре.
Өҙәңге
Өҙәңге бауы
1.12.2020
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 379-сы күҙәтеү
Читайте нас: