Ағиҙел
+21 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Мәҡәлә
Һарымһаҡ менән ҡабаҡ лечоһы
КӨНҺЫЛЫУ (хикәйә)
Эйәрләнгән ат (1790 ЙЫЛДЫҢ 6 МАРТЫ ХАҠЫНДА ТАРИХИ ФАРАЗ)
Аллаһҡа тапшырам...
Ил йөрәге менән минең йөрәк ҡушылып үҫкән кеүек тойола...
Яҙыусы Низам Ҡәриптең тыуыуына 120 йыл
Һауа торошона зарланырға яраймы?
Шәп, эшсән һәм бик тә рухлы кешеләр бар инде ул донъяла...
Бөтә яңылыҡтар
10
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
8 Апрель 2021, 15:30
Иң матур башҡорт һүҙе
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң матур башҡорт һүҙен билдәләү буйынса ойошторған сараһының телебеҙҙә булған, әммә онотолоуға дусар ителгән һүҙҙәрҙе терелтеү йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Йылдан-йылға тиерлек һүҙ байлығыбыҙ һиҙелерлек кәмей бара. Бигерәк тә һуңғы йылдарҙағы эстрада йырҙарының текстарын уҡығанда аҙым һайын абынаһың. Ғөмүмән, ул йыр һүҙҙәре "Башҡортса былай яҙырға ярамай" тигән әсбапты хәтерләтә. Уларҙағы примитивлыҡты, мәғәнәһеҙлекте уҡып ҡоларлыҡ, ҡолап иларлыҡ.Һәр башҡорт кешеһе өсөн матур һүҙҙәр иң беренсе нәүбәттә әсәһенең әйткән һүҙҙәре булып хәтеренә уйылып ҡала. Беҙҙең әсәйҙең дә тик үҙе генә ҡулланған һүҙҙәре булды. Әйтәйек, беҙ тыңлашмай шаярһаҡ, ул "эздәләү килә, шымығыҙ" тип тыя торғайны. Йәки булмаһа ваҡ картуфты әсәйебеҙ "ҡондорлаҡ", ҡыйыҡһыҙ өйҙө "туҡалаҡ өй" тип атай торғайны. Телмәрендә "ҡәп" тигән көсәйтеү һүҙен дә ҡуллана ине, мәҫәлән, "әйтмәк ҡайҙа, ҡәп ҡайҙа", һ.б.Мин быларҙы ни өсөн килтерәм һуң? Комиссия иң матур башҡорт һүҙен билдәләгән саҡта онотолоуға дусар булған һутлы яңғырашлы ошондай аҫыл һүҙҙәребеҙгә иңтибар итһә ине. Тағы ла баһалаусыларға ике генә тәҡдимем дә бар:
1.Телебеҙҙәге дөйөм һүҙҙәрҙең 30 процент самаһы башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Иң матур башҡорт һүҙҙәрен билдәләгән саҡта был хәл иҫәпкә алынһа ине.Ҡыҫҡаһы, мин бында телебеҙҙең тамыр һүҙҙәре хаҡында әйтергә теләйем.
2.Телебеҙҙәге байтаҡ һүҙҙәр
бер
үк ваҡытта күп кенә төрки телдәрҙә уртаҡ булып иҫәпләнә. Шуға күрә ихтирам, иғтибар, миһырбанлы, мөхәббәт кеүек һ.б. һүҙҙәр иң матур башҡорт һүҙе генә булып иҫәпләнә аламы? Телселәр мотлаҡ рәүештә был һүҙҙәрҙең килеп сығыуын, тамырын тикшереп сыҡҡандан һуң ғына ҡарар ҡабул ителһә ине. Ни өсөн тигәндә иң матур башҡорт һүҙе тип билдәләнгән һүҙҙе башҡа төрки телле халыҡтар ҙа беҙҙеке тип дәғүә белдереүе бар.
23.11.2020
"
Мең
дә
бер
күҙәтеүем
"
яҙмаларынан 377-се күҙәтеү
Читайте нас:
Шулай уҡ уҡығыҙ
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Март 2024, 12:38
МӨҒЖИЗӘГӘ ЫШАНАМ (хикәйә) Тәскирә Даянова
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Февраль 2024, 21:22
Таңсулпан Ғарипова ЕҪЛЕГӨЛ Хикәйә
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь 2023, 13:20
Бер апайҙың мажаралары. Дилара Мөхәмәтшина
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар 2024, 09:49
Хәйлә. Хикәйә. РӘЗИНӘ ЗӘЙНЕТДИНОВА
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять