Бөтә яңылыҡтар

Мәңгелек тип баш серетмә...

Бөгөн 6 ноябрь — 39 йәшендә генә яҡты донъя менән хушлашҡан дуҫыбыҙ, ҡәләмдәшебеҙ, ялҡынлы шағир Ғәбиҙулла Зариповтың тыуған көнө. Барыһынан бигерәк уның ихлас йылмайыуы, ярҙамсыл, йомарт булыуы, холҡондағы тик үҙенә генә хас һыҙаттары иҫтә ҡалған. Үҙ һүҙендә торғаны, позицияларын яҡлағанда тайпылмаҫ булғаны, принциптарына тоғролоғо өсөн беҙ уны, дуҫтары, үҙ-ара шаяртып, "максималист" тип тә атап йөрөттөк. Мин уның тағы бер һүҙен һәр саҡ иҫләйем:

"Нимә яҙһам да, шиғырмы, поэмамы, пьесамы, повесмы, хикәйәме, мәҡәләме — ҡобайыр килә лә сыға..." Бының үҙенә күрә сере лә бар: булмышы, рухиәте, ижади асылы менән ул сәсән-шағир ине. Салауат рухлы ине.
Тыуып үҫкән Салауат районының Тирмән ауылындағы ата йортонда үлем түшәгендә ятҡанында беҙ, ҡәләмдәштәре Зөһрә Ҡотлогилдина, Нияз Мәһәҙиев, Рәйес Түләк менән янына барҙыҡ. Хәле аяныслы булһа ла, ыһ та итмәне ул, һаулығына түгел, ә әҙәбиәт яҙмышына зарланыуын белдерҙе.
Ул өйләнергә лә, балалар атаһы булырға ла өлгөрмәне. Беҙҙең, ҡәләмдәштәренең, Рәмилдең, Рәйестең өйләнеүенә ҡарата ла уның мөнәсәбәте ғәбиҙулласа булды: "Әҙәбиәт ниндәй шағирҙы юғалтты..."
Уның шиғырҙарына ҡарата Мостай Кәрим шундай баһа бирҙе: "Мин үҙемә Ғәбиҙулла Зарипов тигән шағирҙы астым..."
Вафатына 19 йыл үткән дуҫыбыҙҙың. Мәңгелек күҙлегенән сығып ҡарағанда бер һулыш алырлыҡ ҡына арауыҡ. Ғәбиҙулла үҙе бер шиғырында әйткәнсә:
Мәңгелек тип баш серетмә.
Мәңгелек ул – зәңгәр күк.
Йәнем осһа, ямғыр итеп
Кире ҡойор мәңгелек.
6.11.2020
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 376-сы күҙәтеү
Читайте нас: