- Шул тиклем яҡшы кеше булды ирем. Мин уны шул тиклем һағынам. Икебеҙ ҙә бер районда тыуып үҫкән башҡорт кешеһе булғас, тәүҙә был төбәккә өйрәнеп китә алманыҡ. Шул сағында тыуған еремде ул алыштырҙы. Уға ҡараһам, тыуған ауылымды, туғандарымды һағыныу тойғоларым баҫыла торғайны. Бер ҡасан да ауыр һүҙ әйтмәне. Исмаһам, холҡоноң саҡ ҡына насар яғы булһа, миңә был тиклем дә ауыр булмаҫ ине, тип уйланам йоҡлай алмай ятҡан төндәремдә. Һәр ваҡыт уның яҡшылығына яуап биреп өлгөрҙөммө, уны бушҡа ҡыйырһытманыммы икән, тип тә борсолам. Ҡыҙым да ирем һымаҡ изге, кеше йәнле булды. Уның вафаты хәсрәтемде тағы ла тәрәнәйтте...
Кисә генә ишеттем: апай яҡты донъя менән хушлашҡан икән. Осрашҡандарҙыр.