“Йәй көнө ҡыҙым: "Әсәй бигерәк сабырһың, түҙемлеһең", – тигәс, был "бонус картам" тураһында уға һөйләгәйнем. Сер итеп кенә һеҙгә лә әйтеп ҡуйғым килде.
Һәр кемдә лә ошондай "бонус картаһы” барҙыр ул. Булмаһа, уны уйлап сығарығыҙ. Хәҙерге ваҡытта, берәүҙе лә, боронғо замандағы кеүек көсләп өйләндермәйҙар бит, ивет? Мөхәббәт, һөйөү булғас, кейәү- кәләш булып ҡуябыҙ. Аллаға шөкөр, тип йәшәй-йәшәй, тормошто үҙебеҙгә нисек кәрәк, шулай ҡорабыҙ, тиеп ҙур хыялдар менән тормош карабында йөҙәбеҙ. Кемгәлер ғүмерлек һынауҙар, юғалтыуҙар бирелгән. Ҡулыбыҙҙа " бонус картаһы” – сабырлыҡ, мөхәббәт, туғанлыҡ. Ошо карта менән ауырлыктарҙы еңеп сығабыҙ. Ғаиләлә аңлашмаусанлыҡ, йәки берәүебеҙ ауыр һүҙ әйтте икән “бонус картаһы”: мөхәббәт, сабырлыҡ, ихтирам ярҙамға килә. Эске тойғо менән: мин уны яратам, минең яратҡан балаларымдың ҡәҙерле аталары бит ул, тиеп уйлайым да, үҙенән үҙе ғәфү ителә.
Тормош бит ул, бөтәһе лә була: дуҫтары менән йыйылышалар (ирҙәрҙе әйтәм әле) күңел асалар, серләшәләр, төндә йәки таңға ҡайталар икән ти: тыныс итеп уны айыҡҡас әйтәм. Сөнки минең ҡулда "бонус карта”һы – мөхәббәт, сабырлыҡ, ихтирам .
Ирем – минең яртым! Яртым булғас, мин уны үҙемде нисек яратам, шулай яратырға, хөрмәт итергә тейешмен, тиеп уйлайым. Ауыр саҡта бер беребеҙгә ярҙам итергә тейешбеҙ. Уның етешһеҙлеген үҙемдең етешһеҙлек тиеп ҡабул итәм, бер ваҡытта ла кешеләр, туғандар хөкөмөнә сығарып баҫтырмайым, сөнки минең ҡулымда "бонус картаһы” – мөхәббәт, сабырлыҡ, ихтирам! Сабырлыҡ!
Ошо "бонус картаһы”ҙ йәшәүҙәре, ай-һай, ауырҙыр тием. Ундайҙар бергә оҙаҡ йәшәй алмайҙыр. Кемдер аңлағандыр ,кемдер юҡ, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, төндә Интернетта сыҡҡан фотоны , таң менән күреп , үҙемдең фекеремде яҙҙым. Татыу, дуҫ булайыҡ!”
“Мең дә бер күҙәтеүем”
яҙмаларынан 374-се күҙәтеү