Ошоға оҡшаш бер хәл-вағиға ла иҫкә төштө шул саҡ. Азамат Ғафаровтың бала сағында атаһы Фидан Ғафаров "Ғәлиәбаныу" спектаклендә Хәлилде уйнаған. Искәндәр Хәлилде атып үлтергәс, Азамат сәхнәгә йүгереп сығып, Искәндәрҙе йоҙроғо менән төйгөсләй башлаған...
Тағы ла шуныһы, Әмир улым Радикҡа спектакль башланыр алдынан: "Залда минең атайым да була, теге урында ныҡ һуҡма, йәме?" — тип иҫкәртеп ҡуйырға ла онотмаған икән. Нимә генә булмаһын, миндә шундай тойғолар барлыҡҡа килеүен актерҙарҙың уйнау оҫталығы тип баһаларға мөмкиндер. Береһен дә айырмайынса, барыһы ла — афариндар!
Спектакль, дөйөм алғанда, бик оҡшаны. Психологизм бик нескә.
Режиссеры Лиана Ниғмәтуллина заманса ҡоролмалар, технологиялар ярҙамында ҡасандыр совет осоронда барған ваҡиғаларҙы хәҙерге заман тамашасыһына яҡынайта алған.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
423-сө күҙәтеү.