Хоҙай, тәбиғәт Фәнилгә талантты аумалата-өймәләтә биргән. Быға инаныр өсөн уның "Аҙашҡан ҡаң" исемле үҙнәшер шиғыр китабын, йәки үҙе сығарған "Сәлимәкәй" йырын тыңлау ҙа етәлер.
Яңыраҡ һинд халҡының бер әйтемен уҡығас, Фәнилдең Аҡъяр урамындағы түгелеп илауы иҫкә төштө. Әйтем шулай яңғырай: "Әгәр ҙә кешене белергә теләһәң, уға ҡағыл. Кеше — һауыт, ҡағылғанда эсендә нимә булһа, шул түгелә".
Фәнил дуҫымдың күңеле зарға, моңға, шиғырға, күҙ йәштәренә мөлдөрәмә тулы шул!
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 373-сө күҙәтеү