"Саҡрым" һүҙенең дә килеп сығышы шул "алыҫлыҡ"ҡа бәйлелер тип уйланыла. Саҡрымды боронғо төркиҙәр "ҡысҡырым" тип тә атағандар. Ҡысҡырым, йәғни далаға сығып ниндәй көс менән ҡысҡырһаң, күпме араға тауышың барып етә. Бөйөк монгол Сыңғыҙхан йөҙәр-йөҙәр меңлек яугирҙән торған ғәскәре алдында сығыш яһағанда уның әйткән һәр һүҙен ҡысҡырып, артабанғы рәттә тороусы ҡысҡырыусыға еткереп, шул рәүешле артабан тапшырып, һәр яугиргә ишеттергәндәр. Саҡырыуға килгәндә инде, моғайын, ҡысҡырып саҡырыу тауышы ишетелгән араны атағандарҙыр. Тауыш әллә ни алыҫ китмәгән өсөн дә, был ара "алыҫлыҡ" тип аталғандыр. Әгәр ҙә боронғо кешеләрҙең ҡулында телефон йә микрофон булһа, бәлки арауыҡ "яҡынлыҡ" тип аталыр ине. Кем белә, мин бәлки яңылышамдыр.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 372-се күҙәтеү.