Бөтә яңылыҡтар

Ашарға балаңдан өйрән

"Теге өсәү" балаларҙың мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында, ғаиләлә туҡланыуы хаҡында ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Ысынлап та, балалар ни өсөн ашауҙан баш тарта, ашаған осраҡта ла семсенеп кенә ҡаба? Бында, күптәр уйлағанса, улар өсөн бешерелгән ризыҡтың сифаты ғына сәбәпсеме?(Артабан — сайтта)

Дөрөҫөн әйткәндә, иң дөрөҫ туҡланыусылар — балалар. Сөнки улар асыҡҡас ҡына ашай. Беҙ иһә күп осраҡта асығыуҙан ҡурҡып, ашағыбыҙ килмәһә лә, ризыҡ ҡабул итәбеҙ, хатта ризыҡ ҡабул итеүҙең ваҡыттарын да "иртәнге", "төшкө", "киске"ләргә бүлгәнбеҙ.. Был ҡурҡыу беҙҙең ҡаныбыҙҙа, боронғо дәүерҙәрҙән, ата-олатайҙарыбыҙҙың йот йылдарында ҡаты аслыҡ кисергән замандан тороп ҡалған. Медицина, бигерәк тә дини медицина күп кенә ауырыу-сирҙәрҙең ашҡаҙандағы ризыҡ эшкәртелеп бөтмәйенсә, өҫтәмә рәүештә ашауҙан килгәнен иҫбат итте.
"Мең дә бер күҙәтеү"
яҙмаларынан 369-сы күҙәтеү.
Читайте нас: