Бөтә яңылыҡтар

Ихласлыҡҡа ни етә?

Гөлдәр Ишҡыуатованың "Бай" телетапшырыуҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап барам. Иң мөһиме уның был тапшырыуҙары ҡарала, иҫтә ҡала, йоғонтоло. Бығаса сәнғәт донъяһында үҙ урынын тапҡан, меңәрләгән тамашасыларының йөрәген яулаған, "Әгәр һинең өсөн һаман артыҡ булһам, был донъянан әллә китәйемме?" тип йөрәкте өҙҙөрөп йырлаған Гөлдәрҙең был өлкәләге уңыш сере нимәгә бәйле һуң? Әлбиттә, беренсенән, талантлы кеше һәр өлкәлә лә талантлы шул. Икенсенән, (Артабан — сайтта)

Икенсенән, Гөлдәр был тапшырыуҙарында, сәнғәттәге кеүек үк, ихласлығы менән йөрәкте яулай. Теге йә был эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙең шөғөлдәрен, нисек тауар етештергәнен өйрәнгәндә үҙе үк иң матур уйынсыҡ тапҡан балалай ҡыуана, һоҡлана, ошо тойғоларын эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренә һәм телевизор ҡараусыларға еткерә.
"Афарин"дан башҡа ни әйтәһең инде уға!

"Мең дә бер күҙәтеү"
яҙмаларынан 368-се күҙәтеү.
Читайте нас: