Бөтә яңылыҡтар

Дәрүиштең маҡсаты

1994 йыл "Шоңҡар" журналының яңы сыға башлаған ваҡыты. Мостай Кәримгә 75 йәш тулыу уңайынан интервью эшләгәндә шундай һорау бирҙем:- Һеҙ "Ай тотолған төндә" трагедияһында Аҡйегет менән Зөбәржәтте далаға ҡыуҙыртҡанда уларҙы боронғо башҡорттар өсөн изге һаналған бүрегә ҡорбан рәүешендә бирҙегеҙме, әллә был осраҡлымы? Һәр хәлдә, ғилми әҙәбиәттә һәм һеҙҙең сығыштарҙа быны мин уҡыманым һәм ишетмәнем...Юбиляр һорауымдан ҙур тулҡынланыу кисерҙе һәм шулай яуапланы:- ...Мин ул әҫәрҙе яҙғанда был турала уйламағанмындыр. Тимәк, был минең генымда булған. Ә һин ошо турала һорау бирәһең икән, был да һинең ҡаныңда йәшәй. Бынан тыш, әҫәрҙә нимәлер асылмай ҡалырға тейеш, йәғни бөтәһе лә ап-асыҡ күренеп торорға тейеш түгел, шулаймы?Бөгөн ана шул "нимәлер асылмай ҡалырға тейеш"леге хаҡында уйлайым. Бигерәк тә танылған режиссер Айрат Абушахмановтың ошо трагедия буйынса спектаклен ҡарағандан һуң мейемде бер һорау быраулай: Дәрүиш үҙ йолалары менән тыныс ҡына йәшәп ятҡан башҡорт йәйләүенә ниндәй маҡсат менән килеп сыҡҡан һуң?(Аҙағы - сайтта)

Шәфәҡкә өйләнер өсөн генәме? Әгәрҙә маҡсаты шулай икән, тимәк Дәрүиш Шәфәҡкә ҡарата оло һөйөү тойғолары йөрөтөргә тейеш тә. Ай ҙа Дәрүиштең ошо маҡсатын бойомға ашырыр өсөн тотоламы? Юҡ, әлбиттә. Тимәк уның Шәфәҡте үҙенеке итергә теләүе икенсел маҡсаты. Тап Айраттың спектакле был йәһәттән тәрәнерәк уйланырға этәрҙе лә инде. Дәрүиш Тәңкәбикәне ҡасандыр ҡылынған хыянаты менән рисуай итергә янап, бының менән уның урынын, урынын ғына түгел, йәйләүен, ырыуын яуларға, унда үҙ ҡанундарын урынлаштырырға, үҙ йолаларын индерергә тип ситтән килгән кеше. Бының өсөн ул алдан бик ентекле әҙерләнгән, йондоҙҙарҙың, күк есемдәренең хәрәкәтенә бәйле йәшерен ғилемдәргә лә эйә. Шуның өсөн дә ул ҡасан ай тотолорон да алдан белеп, тап ошо ваҡытта башҡорт йәйләүенә аяҡ баҫҡан...
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 367-се күҙәтеү.
Читайте нас: