- Шәп булғасығыҙ, әйҙәгеҙ, беҙҙең алда тартып күрһәтегеҙ, тәмәкеләрегеҙҙе тоҡандырайыммы? — тип әйтеп һала.
Егеттәр иҙән егенә төшөп китерҙәй булып ҡыҙара, буҙара. Ҡайһы берәүҙәре тартыуҙан бөтөнләйгә дүнә, бәғзеләре мәктәп территорияһында тартмай башлай. Үкенескә күрә, директорыбыҙ беҙҙә оҙаҡ эшләмәне, уны Баймаҡ районы мәғәриф бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр.1979 йылда Баймаҡ районы бөтә Совет мәктәптәре араһында белем биреү, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү буйынса уҙғарылған социалистик ярышта еңеүсе исемен яулай. Шул уҡ йылды оҫта етәксене Башҡортостан уҡытыусыларҙың белем кимәлен камиллаштырыу институтына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Яңы урында ла ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Институтты методик үҙәктән ғилми методик үҙәккә әйләндерә, унда яңы дүрт кафедра асыуға өлгәшә. Оло хеҙмәттәре өсөн Рәфҡәт Фәтхулла улына "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеме бирелә. Ул РФ халыҡ мәғарифы отличнигы.
Институтты 13 йыл етәкләгәндән һуң 1992 йылда БР мәғариф министрлығына бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.Милли мәктәптәр, гимназия - лицейҙәр һанын арттырыу өҫтөндә бик күп эшләй, яңы программалар төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. Хаҡлы ялда булһа ла, һуңғы көндәренә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бик ҙур әһәмиәтле эштәр башҡарҙы.
Рәфҡәт Фәтхулла улы Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән сағында һәр ваҡыт күрешеп һөйләшеп йөрөнөк. Миңә уның үтә ябайлығы, бөтә кешеләр менән дә үҙен тиң күреп аралашыуы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороуы һоҡландырҙы. Ул Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директорынан алып карьера баҫҡыстары буйлап үрләгән саҡта һәр ваҡыт башҡарған вазифаһында күрһәткән фиҙаҡәрлеге өсөн үрләтелде. Ғүмеренең аҙағына тиклем ошо сифатына тоғро булып ҡалды. Баҡыйлыҡтағы үрләтелгән урыны ожмах түрҙәрендә икәнлегенә лә иманыбыҙ камил. Быны мин уның барлыҡ уҡыусылары исеменән әйтәм.