Бөтә яңылыҡтар

Буранбайҙың һыңары — ағиҙелмән!

Буранбай Исҡужин һымаҡ парадоксаль ижадсы тағы тыуыр микән, тип уйланған бар ине. Баҡтиһәң, бар икән ундай ижадсы. Етмәһә, "Ағиҙел"дең яҡын дуҫы, уны таратыуҙа оло фиҙаҡәрлек күрһәтеүсе ағиҙелмән! Уның ошо шиғырын уҡыу ҙа күп нәмә хаҡында һөйләй:Һөтөн һауып эскәс,Һыйыр беҙгә әсәй.Кеше үҙ әсәһенҺуғым итеп ашай.Әйтмә әле миңә:Һөйләйһең тип бушты!Ҡойроҡ болғап имгәнБыҙау һиңә ҡусты!Яңыраҡ "Бәйләнештә" селтәрендәге Баймаҡ районы ижадсыларының Рәйес Түләк исемендәге Йәнгүҙәй әҙәби ижад-берекмәһе диуарында Әкрәм ағайҙың автобиографияһын уҡып, рәхәтләнеп көлгәйнем. Һаман да туҡтай алмайым. Һеҙгә лә уның яҙмаһын еткерергә булдым:"Мин, Ҡәйепҡолов Әкрәм Хәбиб улы, 1950 йылдың 19 ғинуарында бөтә христиан донъяһын ҡыуандырып тыуғанмын. Православныйҙар: "Родился сам Акрам", - тип шул ваҡыттан алып мәкегә сумыуҙы ғәҙәткә индергән. Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында йәй көндәре Таулы йылғаһында һыу төшөп, балыҡ ҡармаҡлап, ҡыш көндәре тауҙарында саңғыла шыуып үҫтем.12 йыл тырышып уҡып 8 класты тамамланым. 13 йыл уҡырға ла теләк бар ине - колхоз рәйесе үҙе өйгә килеп, эш хаҡын күкәйгә ҡарап түләйбеҙ тип юхалап тауыҡ фермаһына осеменатор итеп эшкә алды.(Дауамы сайтта)

Тәүҙә эш мәнеһен бигүк белмәй инем, әтәстәргә ҡарап өйрәндем, способный булғас ней. Эш әллә ни ауыр түгел, тик иртә барыр кәрәк, әтәстәр уянғансы эште башламаһаң, ҡыҙғанып суҡыйҙар, тибәләр, холоҡ тигән нәмәләре юҡ, тәрбиә күрмәгәндәр. Ике ай самаһы эшләгәс, эшкә лә, хәйләгә лә өйрәндем. Тауыҡ әтәс булып ҡысҡырҙы тип, көн дә бер-ике әтәстең муйынын бороп, бешереп ашай башланым. Көн һайын әтәс ите менән һыйланып бик ныҡ һимереп киттем, хатта кендегем ҡорһағымдан бармаҡ буйы сығып һәлберәп торҙо. Ҡымҡылдап та ҡуя, шилма.
Яҙға эшемдән айырып данлы ҡыҙыл ғәсҡәрҙең шанлы Совет армияһына Ватан алдына изгелекле бурысымды үтәргә саҡырҙылар. Әрмелә саҡта Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә ант ҡабул иткәс, “һин достоин!” - тип хозвзводҡа тауыҡ һарайына осменатор итеп ебәрҙеләр. Бер байрамда аҡ тауыҡтарҙың ҡауырыйы ҡойолоп бөткән ҡанаттарына күк буяу менән ҡыҙыл йондоҙ яһап сыҡҡайным, тырышлығымды баһаланылар, старший петух итеп ҡуйҙылар. Бер нисә петушенокка баш булдым. Ике йыл ваҡытым тауыҡтар араһында Тыуған илемдең именлеген һаҡлап үтте. Минең исемде ишетеп дошмандар ҡалтыранып торғандар икән. Политзанятиелә замполит һөйләгәйне.
Әрменән ҡайтҡас тағы шул уҡ эшемә төштөм дә, йылға яҡын ғына эшләнем дә ташланым. Мин аҡ тауыҡтарға, илле йәш тирәһендәге ағай ҡара тауыҡтарға осменатор булып эшләй инек. Һәр тауыҡтан йылға өсәр йөҙ йомортҡа алырға социалистик йөкләмә алдыҡ. Беҙ түгел, беҙҙең өсөн партком секретары алған ине. Теге ағай яңы ғына КПСС сафына ингән икән. Шуға күрә йәш комунист тип, минең тауыҡтар һалған йомортҡаны ла, магазинға халыҡ һатҡанды ла уныҡы тип яҙалар. Йәнәһе, илле йәшлек йәш комунист тырышып эшләп, миңә, стажлы осменаторға өлгө күрһәтә. Хатта гәзиткә уның һәр тауығы көнгә икешәр, әтәстәре берәр йомортҡа һала тип маҡтап яҙа башланылар. Ғәҙелһеҙлеккә түҙмәнем, эштән үҙ теләгем менән - 33-сө статья менән киттем. Һуңынан тракторист, комбайнер, ҡунаҡ килһә, гармонист булып эшләнем. Трактор менән ер һөргәндә, комбайнда эшләгәндә коммунист агитаторҙар мине алға сығарабыҙ, тип арттан этеп йөрөнөләр, тик алға сығарырға хәлдәре етмәне.
Совет власын өҙөлөп яратмаһам да, ул үлгәс, аҡсаны йәлдәмәй поминка үткәрҙем. Хатта милициялар апҡайтып йоҡтата торғайнылар.
Һуңынан урманда ағас та йыҡтым, өй ҙә төҙөнөм, сусҡа ла көттөм. Хәҙер хаҡлымы шунда, мәңгелек ялдамын. Списать ителгәнмен. 70 йәште үтһәм дә йыш ҡына: "Мин бит әле йәш, алыр кәрәк йәш кәләш",— тип хыялланып алам да ул, дәрт бар, хәл юҡ.
Йөрөһәм дә мин көлөп,
Йәшәйем янып, көйөп.
Уртымда ҡан, төкөрмәйем,
Ярайым тип, сөскөрмәйем,
Ауыр булһын, белдермәйем,
Дошмандарҙы көлдөрмәйем.
Бына АВТОГРАФИЯм ошолай..."

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 365-се күҙәтеү.
Читайте нас: