Бөтә яңылыҡтар

"Ҡурҡаҡлыҡ батырлыҡмы?" Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай

Һуңғы ваҡытта һуғыш тураһында үҙебеҙҙекеләр төшөргән фильмдарҙы сюжет-фабулалары өсөн ҡарамайым. Дөрөҫөрәге, ҡарай алмайым. Һаман да шул бер үк "аңыш" немец һалдаттары, беҙҙең һуғышсыларҙың уларҙы тараҡан урынына ҡырып һалыуҙары, һ.б. Хәҙер күберәген айырым актерҙарҙың уйнау һәләтенә, әйткән һүҙҙәренә, репликаларға иғтибар бирәм. Был йәһәттән Никита Михалковтың фильмдары бик үҙенсәлекле. Яңыраҡ "Диверсант" фильмын ҡарағанда майор Калтыгиндың (Владислав Галкин) ҡурҡаҡлыҡ хаҡындағы бер фекере ҡолаҡҡа ярып инде(артабан — сайтта):#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#МеңДәБерКүҙәтеүем#ӘхмәрҒүмәрҮтәбай

Һуңғы ваҡытта һуғыш тураһында үҙебеҙҙекеләр төшөргән фильмдарҙы сюжет-фабулалары өсөн ҡарамайым. Дөрөҫөрәге, ҡарай алмайым. Һаман да шул бер үк "аңыш" немец һалдаттары, беҙҙең һуғышсыларҙың уларҙы тараҡан урынына ҡырып һалыуҙары, һ.б. Хәҙер күберәген айырым актерҙарҙың уйнау һәләтенә, әйткән һүҙҙәренә, репликаларға иғтибар бирәм. Был йәһәттән Никита Михалковтың фильмдары бик үҙенсәлекле. Яңыраҡ "Диверсант" фильмын ҡарағанда майор Калтыгиндың (Владислав Галкин) ҡурҡаҡлыҡ хаҡындағы бер фекере ҡолаҡҡа ярып инде
(артабан — сайтта):
"Ҡыҙыл Армияла ҡурҡаҡ булыр өсөн иҫкитмәле батырлыҡ талап ителә..." Парадоксаль хәл: ҡурҡаҡлыҡ өсөн батырлыҡ. Икенсе һүҙ менән әйткәндә, ҡурҡаҡлығың өсөн командование, тыуған ил, иптәштәрең алдында яуап тоторға тура киләсәк һәм бының өсөн иҫкитмәле батырлыҡ кәрәк. Кәрәкме? Логика шундай аңлауға алып килеп терәтә: Ҡыҙыл Армияла ҡурҡаҡлыҡҡа бөтөтләй урын булмаған!
Элегерәк һуғышта булған бер олатайҙың һөйләгәне иҫкә төштө: "...мине аяҡтарым, шәп йүгереүем, ут эсенән ҡасып сығып ҡотола алыуым ҡотҡарҙы, йән ҡәҙерле..."
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 363-сө күҙәтеү
Читайте нас: