Бөтә яңылыҡтар

"Безотходное производство"

#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҒүмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 360-сы күҙәтеү

Редакциябыҙға күренекле шағирәбеҙ Зөһрә апай Ҡотлогилдина
килеп инде. Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
— Һин быйыл нисәнсе класҡа бараһың әле, Әхмәр?
— Дүртенсегә...
— Дөрөҫ яуап бирҙең. Бала юғарыраҡ класҡа барған һайын улар өсөн ата-әсәләре уҡый...
— Ҡыҙым дүртенсегә бара шул. Ҡыҙыҡ күҙәтеү, Зөһрә апай...
— Күҙәтеү тигәндән, һинең күҙәтеүҙәреңде уҡып барам, Әхмәр. Уларға ҡарата үҙемдең билдәләмәм дә бар...
— Ниндәй?
— Безотходное производство, башҡортса нисек булалыр?
— Ҡалдыҡһыҙ етештереү була шикелле...
— Ҡалдыҡһыҙ ижад булһын. Һин мейеңдә яралған бер фекереңде лә әрәм итмәйһең, барыһын да файҙалана беләһең. Бына минең, мәҫәлән, ундай фекерҙәрем көнөнә мейемдә меңәрләп ярала һәм онотола...
— Рәхмәт, Зөһрә апай, бына һин тағы ла бер күҙәтеү яҙырға фекер бирҙең...
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 360-сы күҙәтеү.
Читайте нас: