Өлкән кластарҙа уҡығанда өс йыл рәттән комбайнсы булып эшләгән атайыма штурвалсы-ярҙамсы булып йөрөнөм. Бигерәк тә иген һуғырға төшкән тәүге көн ҡыҙыҡлы бер йолаһы менән иҫтә ҡалған. Тәүге бункирҙы тултырғас, ташыусы машина килеп еткәнсе байтаҡ ҡына игенде атайым баҫыу өҫтөнә бушата торғайны. Минең күҙҙәр маңлайҙа бит инде.
--Ни өсөн улайтаһың, атай, иген әрәм була бит. Агроном ағай бит игендең бөртөгөн дә юғалтмаҫҡа кәрәк тип һөйләй бит,— тием атайымдың был ҡылығын нимәгә юрарға белмәйенсә.
--Ергә үҙ өлөшөн бирергә кәрәк, балам, — тип йылмая атайым.
--Һуң, атай, иген әрәм була бит...
--Серегән хәлдә лә ергә ашлама була. Йомрандар ҙа, ҡоштар ҙа өлөшлө...
--Ерҙә йыйылмай ҡалғаны ла етә бит, атай...
--Уныһы Хоҙайҙыҡы, ә быныһы беҙҙән ергә зәҡәт...
... Уңыш йыйыу мәле етһә, атайымдың ошо һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫкә төшөрәм. Быйыл да. Эйе, барыһы өсөн дә түләргә кәрәк шул.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 359-сы күҙәтеү.