Бөтә яңылыҡтар

Бесәйҙәр дәүләте бюджеты

#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 358-се күҙәтеү.

Бесәйҙәр тормошон ситтән күҙәтһәң, ҡыҙыҡ ҡына фекерҙәр башҡа килә. Инә бесәй, үҙе нисек кенә ас булмаһын, тырнағына эләккән ризыҡты шундуҡ балаларына ҡалдыра. Балалары бишәү икән, бишәүһенә лә берәр сысҡан тотоп бирә. Әгәр ҙә сысҡан берәү генә икән...
Ул сағында сысҡанды аулаҡ урынға алып ҡасып ашай ҙа, ризығын балаларына "һөтләтә"тигеҙ итеп бүлеп бирә. Бесәйҙәр дәүләте бюджеты, шулай итеп, уның һәр гражданына тигеҙ итеп бүлеп бирелә. Бесәйҙәрҙең олигархтары ла булмай. Беҙ уларҙан шул тиклем артта ҡалғанбыҙмы, әллә алға киткәнбеҙме?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 358-се күҙәтеү.
Читайте нас: