Мин был хаҡта "Мәрт" тигән поэмамда яҙҙым да инде. Өс йәшем тулғас ҡаты ауырып киткәнмен. Эй, илағанмын. Ауылыбыҙ табибәһе Мөкәрәмә инәй төрлөсә дауалаған, укол да ҡаҙаған. Өшкөрөп тә ҡарағандар. Әсәйем һөйләүенсә, илай-илай тыным тығылып, тәнем буҙара башлаған. "Ясин" сығырға ғына ҡалғандыр инде. Шул саҡ кемдер берәү Манһырҙағы Мөжәүир олатайға алып барырға тәҡдим иткән. Атайым менән әсәйем мотоцикл менән мине хәҙрәт олатайға алып барғандар. Ул мине өйөндәге урындыҡҡа һалып, сисендереп, доғаһын әйтеп һыйпап ебәреүе булған,
сеңләп илап ебәргәнмен. тәнемә ҡан йүгергән. Әсәйем һөйләүенсә, олатай шул саҡ шундай һүҙҙәр әйткән: "Күҙ менән ҡаш араһындағы бала булһын, унан йә ғалим йә шағир сығыр", — тигән. Әсәйем уның һүҙҙәрен йыш ҡабатлай торғайны.
Ҡыҙым Тамсы ла өс йәше тулғас, хәҙрәт олатайҙың урындығына ултырып фотоға төштө.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 357-се күҙәтеү.