1988 йыл әрменән ҡайтҡас яҡташым Нияз Мәһәҙиев мине "Совет Башҡортостаны" гәзитенә ҡоҙалай башланы. Гәзиттең яңы баш мөхәррире Мансур Әйүпов республика ҡала-райондарынан талантлы йәштәрҙе йыя икән. Ниязды ла Баймаҡтан саҡырған. Көйөргәҙенән Тәлғәт Шаһманов та республиканың төп гәзитендә эш башлаған.
Нияз мине Мансур Әнүәр улының кабинетына һөйрәкләп индерҙе. Баш мөхәррир: "Һәйбәт шиғыр яҙыу ғына һәйбәт журналист булыуҙы аңлатмай. Бына әле мин Тәлғәт Шаһмановтың гәзит өсөн яҙған мәҡәләһен уҡыным. Яҙғандары ҡаҙ теше һымаҡ: бер генә һүҙенә лә, хәрефенә лә, өтөрөнә лә тейеп булмай. Ул шиғыр яҙмай..."
Баш мөхәррир минең ҡәләмде һынап ҡарар өсөн бер нисә темаға мәҡәлә яҙырға заказ бирҙе. Ҡайһыларын яҙып та өлгөрҙөм. Улар баҫылды ла. Әммә шул арала мине Башҡортостан телерадиокомпанияһы директорының радио буйынса урынбаҫары Рәид Миңлебаев балалар редакцияһына бүлек мөдире итеп эшкә саҡырҙы.
Шулай ҙа Мансур Әнүәр улының "ҡаҙ теше һымаҡ" тигән һүҙе хәтергә һеңер ҡалды.
Тәлғәт Шаһмановҡа килгәндә ул 1988-1990 йылдарҙа ошо гәзиттә эшләгәндән һуң тыуған яғына ҡайтып, "Көйөргәҙе, "Юшатыр" гәзиттәрендә хеҙмәт итеп, пенсияға сыҡҡас икенсегә баш ҡалаға килеп, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналында яуаплы сәркәтип вазифаһын башҡара. "Ҡаҙ теше һымаҡ" ҡәләмле журналистар бөтә урында ла кәрәк шул.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 356-сы күҙәтеү.