Бөтә яңылыҡтар

Хоҙай һынауы

#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 354-се күҙәтеү.

Бер саҡ кешенең күреү, ишетеү, еҫ һиҙеү, уйлау, туҡланыу, һулыш алыу ағзалары араһында бәхәс ҡупҡан. Улар һәр ҡайһыһы кеше өсөн үҙенең мөһим орган булыуын иҫбатларға теләп тауыш күтәргән. Бәхәсте хәл итеү юлын да тапҡандар. Был шарт буйынса һәр орган теүәл бер тәүлеккә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатып тора ла, һуңынан һығымта яһала: кем юҡ саҡта хужа үҙен нисек тойған? Тап шуға ҡарап ул ҡайһы органдың үҙе өсөн мөһимерәк булыуын билдәләргә тейеш. Тәүгеләрҙән булып күреү һәләте үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Бер тәүлек үткәндән һуң хужа шундай һығымта яһаған: "Артыҡ нәмәне күрмәгәс, нәфсемде тыя алдым, рәхәтләнеп ял иттем..." Бер тәүлек буйына ишетмәгәндән һуң хужа: "Ҡолағы тыныстың йәне тыныс икән. Бындай рәхәтлекте бер ҡасан да тойғаным булманы. Ҡатыным да ҡолаҡ итемде ашай алманы,— тип белдергән. Еҫ һиҙеү һәләте бер тәүлеккә юғалып торғандан һуң, хужа: "Элек тәмле ризыҡтын еҫенән ҡотола алмайынса эт булғанмын икән. Еҫе юҡтың, ҡоҫо ла юҡ, эс бүҫкәреп, тын алып ҡалдым, — тигән. "Эй, Хоҙайым, бирмә аҡыл, алйотлоҡҡа ни етә, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр икән, — тигән оран ташлаған тәүлек буйына уйланыуҙан азат булғандан һуң хужа. Ә инде тәүлек буйын туҡланмай һәм һыу эсмәй торғандан һуң хужа: " Бына, исмаһам, ураҙа тоттом. Быға тиклем нисәмә тапҡыр уҡталып, туҡталып ҡалғайным, — тип шатлығы менән уртаҡлашҡан.
Бына сират һулыш алыу һәләтенә килеп еткән. Танау һәм ауыҙ аша тын юлы бикләнеп тә өлгәрмәгән, хужаның йәне сыға яҙған, ул һулыш алыу һәләте алдында тубыҡланып ялбарырға тотонған: (Артабан — сайтта)
"Зинһар өсөн, мин һинһеҙ бер генә минут та йәшәй алмайым. Ҡалған барлыҡ һәләттәремдән: күреүемдән, ишетеүемдән, еҫ һиҙеүемдән, уйҙарымдан, ризыҡтан баш тартам, тик һин генә мине ташлап китә күрмә..."
Бәхәс ошо ерҙә өҙөлгән. Был риүәйәтте ни өсөн килтерҙем һуң мин? Быйылғы йәй бигерәк эҫе. Һәр кем һулыш алыуҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңлап, ҡалған нәфселәрен ауыҙлыҡлай алһа ине тием. Хоҙай Тәғәлә һынай беҙҙе ошо рәүешле тәбиғәтте, һауаны, сафлыҡты ҡәҙерләргә өйрәтә. Кеше өсөн иң мөһиме — һулар һауа. Әгәр ҙә һулыш алыу туҡтап ҡалһа, ҡалған барлыҡ ҡиммәттәр юҡҡа сыға.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 355-се күҙәтеү.
Читайте нас: